Радий Хәбиров республика ғалимдарын Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, төбәктә фән үҫешенә иғтибар арта, йәштәр ғилми эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә. Республика юғары уҡыу йорттары дәүләт программаһында еңеү яуланы. Уға ярашлы, 6 фәнни лаборатория барлыҡҡа килде. Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторола, карбон полигоны проекты булдырыла, Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студенттар ҡаласығы төҙөлә. Фән эшмәкәрҙәренә уңыштар һәм яңы асыштар теләйем, тине Радий Хәбиров.