Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын капиталь ремонтлауға 5 миллиард һум йүнәлтелә

Был аҡсаға 74 йортта 256 лифтты алмаштырыу, 28 ҡыйыҡты ремонтлау, 800-гә яҡын башҡа эш төрөн башҡарыу ҡарала. Атап әйткәндә, фасад, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, йылылыҡ, электр һәм газ менән тәьмин итеү системалары ремонтлана. Был турала  “Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы” фондының генераль директоры Павел Сафонов белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Йорттарҙы капиталь ремонтлау, подъездарҙы яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен сифатлы башҡарыу, билдәләнгән ваҡытта тамамлау мөһим”, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда 39 йылға иҫәпләнгән капиталь ремонт программаһына 17 меңдән ашыу йорт индерелгән. 2014 йылдан алып 8 меңгә яҡын күп фатирлы йортта ремонт башҡарылған.