Роза Аҡкучукова йырҙарында йәшәй

Бөгөн Башҡортостан халҡы танылған йырсы Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованы иҫкә ала. Ул бер йыл элек 8 февралдә вафат булды. Республикала ижадсыға бағышланған китап әҙерләнә, шулай уҡ йыр конкурсы уҙғарыу ҡарала. Был турала беҙгә уның килене, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Салауатова хәбәр итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Роза Аҡкучукованың байтаҡ йырҙары халыҡ хитына әйләнде. Күп кенә әҫәрҙәре “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының алтын фондына индерелгән.