Туймазыла иң өлгөлө башҡорт ғаиләләре асыҡланды

Туймазы районында бөгөн “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының зона еңеүселәре билдәләнде. Сара онлайн форматта үтте. Бәйгенең маҡсаты – республикала һәм сит төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән ғаиләләрҙе билдәләү. “Ижади ғаилә” номинацияһында Ибраһимовтар ғаиләһе еңде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ ике номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Мәликовтар  “Ғаилә кәсептәре” , Вәлитовтар “Ғаилә ҡиммәттәре”  номинацияһына эйә булды.