«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәре өйҙә дауаланғандарға аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыуын дауам итә

Хәйриә ылауы ярҙамға ашыға. «Беҙҙең хәстәрлек» проекты ирекмәндәре ковидтан өйҙә дауаланғандарға дарыуҙар менән аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыуын дауам итә. Бөгөн республикала 500-ҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелгән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Исемлектәгеләрҙең барыһына ла аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырыласаҡ. Кемгәлер төшкө аш та ҡаралған. Улар баш ҡаланың төрлө туҡланыу урындары һәм республика етештереүселәренән бушлай бирелә. Көндәлек тормоштағы тауарҙар айырым категория граждандарына ҡаралған.

Ирекмән булып төрлө йәмәғәт ойошмаһы ағзалары сығыш яһай. Улар араһында хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла бар. Тимерйән Рәжәпов мәҫәлән, республика район-ҡалаларынан тыш, башҡа төбәктәргә лә ылау менән йыш сыға. Уны замандашыбыҙ йәш саҡтан ҡалған хәрби тәрбиәгә бәйләй.

Бөгөн Тимерйән Рәжәпов аҙыҡ-түлек тупланмаһын шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны Әлфит Ниғәмәтйәнов менән берлектә алып барҙы. Күстәнәстәр тиҫтәләп адрес буйынса бер сәғәт эсендә таратылып та бөттө.

Киләһе акция 15 февралгә билдәләнгән. Ярҙамға мохтаждар колл-үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Шылтыратыуҙар экрандағы адрес буйынса  иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем ҡабул ителә. Ғөмүмән, бөгөн хәйриә сараһы республиканың бар район-ҡалаларында үтте. Кушнаренко районында мәҫәлән, аҙыҡ-түлек тупланмаһы башлыса үҙизоляциялағы ололарға һәм күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырылды.

8-800-201-89-03

Азат Ғәлиуллин