Баймаҡ районына хәйриә ярҙамы килде. Ул аҙ килемле, күп балалы ғаиләләргә, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусыларға, инвалидтарға, шулай уҡ малдары төйөрлө дерматиттан зыян күреүселәргә таратыласаҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМакарон ризыҡтары, он, ярмалар, консервалар. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисергән ғаиләләргә тәғәйенләнгән. “Изгелек биләмәһе” үҙәге, ҡала ойошма-предприятиелары ирекмәндәре продукцияларҙы тупларға ярҙам итте.
«Русь» аҙыҡ-түлек фонды 2012 йылдан алып мохтаждарға мәрхәмәтлек күрһәтә. Баймаҡ районына килгән ярҙам, тәү сиратта, инфекция сире сәбәпле малһыҙ тороп ҡалған Моҡас һәм Йылайыр ауыл биләмәләренә оҙатылды.
Аҙыҡ-түлек күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шулай уҡ, мөмкинлеге сикләнгән һәм етем, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләүселәргә тапшырылды. Пандемия осоронда бындай ярҙам бик урынлы, айырыуса ауыл халҡы өсөн .
«Русь» аҙыҡ-түлек фонды даими рәүештә илдең һәр төбәгенә ярҙам йүнәлтә. Тауарҙар мәрхәмәтлек йөҙөнән Рәсәй етештереүселәре тарафынан йыйыла.
Әлфиә Хәмитова