Күмертауҙа утта һәләк булған ирҙең кәүҙәһе табылған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса янғын ҡаланың Урау урамындағы 5 ҡатлы йорттағы бер бүлмәле фатирҙа сыҡҡан. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр саҡырылмаған. 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһен фатир хужаһы осраҡлы рәүештә тапҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Белгестәр фекеренсә, фажиғә бер нисә көн элек теркәлгән. Әле урында тәфтишселәр эшләй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса янғынға һаҡһыҙ рәүештә тәмәке тартыу сәбәпсе булыуы ихтимал.