Был туралағы ҡарар Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған Президиум ултырышында ҡабул ителде. Әле республика төбәктәрендәге 607 ирекле янғын һүндереү дружинаһында 2 меңдән ашыу кеше эшләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУлар ҡарамағында республиканың 550 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән 2 895 биләмәһе. 2021 йылда ғына ирекле янғын һүндереүселәр ярҙамында республикала сыҡҡан һәр 4-се янғын һүндерелгән. Андрей Назаров әйтеүенсә, конкурс ирекле янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын арттырыу, йәмғиәттә уларҙың абруйын күтәреү һәм янғынға ҡаршы көрәштә берҙәм көс итеп туплау өсөн ойошторола.
Конкурсты йыл һайын ике этапта – 1 майҙан 1 июлгә һәм 18 июлдән 1 сентябргә тиклем муниципаль һәм республика этаптарында уҙғарыу ҡарала.
Гөлдәриә Йосопова