Шишмә районының бер нисә ауыл советы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Әйтәйек, Алкин ауыл биләмәһенең Сәлих ауылы халҡы урындағы шишмәне төҙөкләндермәксе. Бының өсөн миллион һумға яҡын аҡса талап ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПроектты тормошҡа ашырыу өсөн, граждандар меңешәр һум аҡса тапшырһа, ауыл биләмәһе бюджетынан йөҙ мең һум бүлеү ҡаралған. Ҡалған сығымдар урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә дәүләт тарафынан ҡаплана.
Программа шарттарына ярашлы, төҙөкләндереү эштәрен финанслауға бағыусылар ҙа табылған.
Дмитриевка ауылы советы биләмәһендәге Бишкәзә ауылында йәшәүселәр урындағы берҙән-бер күперҙе төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Бының өсөн миллион 300 мең һум аҡса кәрәк.
Лесной ҡасаба советында мәктәпте төҙөкләндереү талап ителә. Белем усағында 600-гә яҡын уҡыусы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе күрше ауылдарҙан килеп уҡый. Халыҡ фекере буйынса, бында юлды киңәйтергә, тротуар төҙөргә һәм автоматик ҡапҡалар ҡуйырға кәрәк.