Эдуард Латипов шәхси беренселектә 11-се урын яуланы

Башҡортостан биатлонисы Эдуард Латипов Пекинда уҙған Олимпия уйындарында 20 саҡрымлыҡ шәхси беренселектә 11-се тороп ҡалды. Ул беренсе урынға лайыҡ булған Франция спортсыһы КентЕн ФийОн МайЕнан яҡынса 2 минут ярымға отолдо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яҡташыбыҙ өс сәпкә яҙа атты. Көмөш миҙалға Белоруссия вәкиле Антон Смольский лайыҡ булһа, бронза призеры булып Норвегия биатлонисы ЙохАннес Бё танылды. Эдуард Латиповтың Олимпиадалағы киләһе сығышы 12 февралдә уҙа. Спортсының 10 саҡрымлыҡ спринт уҙышында көс һынашыуы көтөлә.