Бәйгелә донъя кимәлендә иң көслө һаналған спортсылар ҡатнашты. Башҡортостан командаһы составында 8 спортсы сығыш яһаны. Чемпионаттың беренсе көнөндә үк беҙҙең спортсылар еңелеүгә дусар булды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт55 килограмм категорияһында сығыш яһаусы Эдуард Мөхәмәтйәнов – Мәскәү спортсыһынан, Руслан Садиҡов Санкт-Петербург вәкиленән еңелде. Көрәштә донъя беренселеге еңеүсеһе Адлан Амриев йәрәхәтләнеү сәбәпле, ҡатнаша алманы. Чемпионат һөҙөмтәһендә республика спортсылары Сәид-Хөсәйен Бакаев менән НохчО Лабазанов бронза миҙалдарға лайыҡ булды.