Быйыл Рәсәйҙә ир-егеттәр командалары араһында донъя чемпионаты уҙа. Турнирҙы 26 августан 11 сентябргә тиклем илдең 10 ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө, ҡабул итә. Был көндәрҙә ойоштороу комитеты ҡалаларҙа ярышҡа әҙерлек кимәлен тикшерә. Инспекция “Өфө-Арена”ла булып уйындар уҙасаҡ спорт майҙансығы менән ҡәнәғәт ҡалды. “Волейбол-2022” ойоштороу комитеты етәксеһе Роман Станиславов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан баш ҡалаһында Франция, Германия, Словения һәм Камерун йыйылма командаларының уйындарын уҙғарыу ҡарала. “Өфөгә атап үтелгән илдәрҙән көйәрмәндәрҙе килтереү мөмкинлектәре өйрәнелә”, - ти Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДонъя беренселегендә 24 команда ҡатнаша. Чемпионатта ике төркөм этабы уҙғарыла. “Алтау финалы” Мәскәүҙә үтә. Уның һөҙөмтәһе буйынса чемпион билдәләнә.