Башҡортостандан конькиҙа йүгереүсе Семен Елистратов Олимпиадала бронза миҙал яуланы

Ул  1 мең ярым метрға  йүгереүҙә  өсөнсө  урын алды. Семен Елистратов  4-се тапҡыр  Олимпия уйындарында ҡатнаша. Пекинда ярыштар дауам итә. Рәсәй спортсылары иҫәбендә 2 алтын, 3 көмөш һәм 6 бронза награда бар. Миҙалдар рейтингында беҙҙең команда 8-се урында килә.