Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай Ит етештереүселәр берлеге тәҡдимен кире ҡаҡҡан. Республикала африка тағуны таралыуын сикләү өсөн шәхси хужалыҡтарға сусҡа аҫрауҙы тыйыу башланғысы менән сыҡҡайнылар. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, ауыл халҡының 40 проценты сусҡа тота. Шуға тыйыу дөрөҫ түгел. Киреһенсә, малсылыҡтың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Күптән түгел Стәрлетамаҡ районында сусҡаларҙың африка тағуны сәбәпле карантин иғлан ителде.