Республикала халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығы уңайынан берҙәм дәрестәр ойошторола. “Беҙҙә үтәсәк дәрестә Рәми Йәғәфәр улын рух һаҡсыһы булараҡ асыу маҡсатын ҡуйҙыҡ”, - ти1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Альбина Кайбышева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу Башҡортостан Башлығы указы буйынса билдәләнә. Иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Февраль. Буран” спектакле күрһәтелә. 12 февралдә Мосолман зыяратында шағирҙың ҡәберенә сәскә һалына. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһында күргәҙмә асыу һәм яҙыусылар менән осрашыу ҡаралған. Бөйөк һүҙ оҫтаһына бағышланған саралар уның тыуған яғы – Салауат районында ла уҙа.