Коронавирус көндән-көн нығыраҡ тарала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, бер тәүлек эсендә 2 мең 801 кеше хәүефле вирус менән зарарланған, 11 үлем осрағы теркәлгән. Стационарҙа – 293, өй шарттарында – 17 меңдән ашыу кеше дауалана. Республикала халыҡты вакциналау дауам итә. Әле 170 урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа прививка яһатырға мөмкин. Сир таралаыуын сикләү маҡсатында байтаҡ мәктәптәр ваҡытлыса дистанцион форматта уҡытыуға күскән.