Уларҙың алтмышы инфекцияны ауыр формала үткәреүе билдәле. Бәлиғ булмағандар араһында сирләүселәр артыуға бәйле стационарҙарҙа койка фонды арттырылды. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары менән Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә балалар өсөн айырым бүлек ойошторолдо.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠурайҙы хәтерләткән медицина учреждениеһының бер тажы хәҙер тулыһынса кескәй пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Ҡыҙыл зонанан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Биш йәшлек Аделина һаҡлаусы костюмға төрөнгән табиптарға инде өйрәнеп бөткән. Уларҙы фәрештәләргә тиңләй. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә төп ярҙамсылары. Юғары температура, баш ауыртыу, хәлһеҙлектән яфаланған ҡыҙ тәүҙә Яңауылдағы медицина учреждениеһында дауаланған, пцр-тест һөҙөмтәләре ыңғай булғандан һуң тиҙ арала Өфө районындағы ковид-госпиталгә ебәрелгән. Тап бында уның сәләмәтлегендә яҡшы үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған. Палатала кескәй пациент яңғыҙы түгел, атаһы менән бергә.
1 февралдән Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә балалар ҡабул ителә башланы. Кескәй пациенттар өсөн тотош бер бүлек эшләй, егерме палата, йәғни 80 урын ойошторолған. Бында республиканың төрлө район-ҡалаларынан сирлеләр ебәрелә.
Ковид-19 инфекцияһының бишенсе тулҡыны табиптарҙы йәнә оло һынау алдына ҡуйҙы. Хәҙер үҫеп килгән быуын да күпләп стационарға эләгә. Йоғошло сир менән көрәштә дауалау методикаһы билдәләнгән, аҡ костюмдағыларҙың балаларҙы һауыҡтырыуҙа эш тәжрибәһе лә ҙур.
Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә балалар һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеге һағында. Дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙ, тәмле аштар менән дә һөйөндөрөргә тырышалар.
Табиптар балаларҙы тыуған көндәре менән ҡотларға ла ваҡыт таба. Миронға шулай уҡ дуҫтарынан бүләк – шарҙар индерергә рөхсәт иткәндәр. Палатала байрамса атмосфера булыуы – күпкә тиҙерәк һауығыуға булышлыҡ итә. Шулай ҙа мәкерле сир менән көрәштә иң һөҙөмтәле ысул – ул вакцинация. Әлегә республикала ике мең ярымдан ашыу үҫмер «Спутник М» препаратын ҡаҙатҡан. Төбәк етәкселеге лә прививка яһатыусыларҙың артыуын билдәләгәйне.
Пандемия башланғандан бирле мәкерле сирҙе егерме меңгә яҡын бала үткәргән, был дөйөм ауырыу осраҡтарының 13 проценты. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынаң хәбәр итеүҙәренсә, омикрон штаммы таралыу менән күрһәткестең артыуы күҙәтелә. Шуға күрә балалар өсөн ковид-госпиталдә айырым бүлек ойоштороу, өҫтәмә койка-урындар булдырыу ҡарары ҡабул ителгән.
Гөлназ Хәйбуллина