Омикрон штамы тарала, коронавирус йоҡтороусылар һаны арта

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле сир 2 мең ярымдан ашыу осраҡта раҫланған. Ковид кисереүселәрҙең дөйөм һаны әкренләп 150 меңгә яҡынлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Стационарҙарҙа бөгөнгә 301 пациент дауалана, уларҙың 34-те ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 2 кеше.

Һуңғы тәүлектә коронавирустан йәнә 17 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дөйөм үлем күрһәткесе 5 меңгә етеп килә.

Сиргә ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу саралары дауам итә. Һуңғы тәүлектә 12 мең самаһы кеше прививка эшләткән, 2 миллион 243 меңе вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 90 проценты. Коронавирустан 2 мең ярымдан ашыу үҫмер иммунизация үткән. Республикаға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.

Рафиҡ Әхмәтшин