Өфөлә пассажирҙарҙы ташыған автобус водителе таныҡлыҡһыҙ килеш тотолған

Өфөлә инспекторҙар пассажир автобусы менән идара иткән 29 йәшлек ирҙе туҡтата. Асыҡланыуынса, ул пассажирҙарҙы ташырға ғына түгел, ә руль артына ултырырға ла хоҡуҡһыҙ була. Башҡортостан юлдарында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көн һайын водителдәрҙе тикшереүен дауам итә. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яуап бирә торғас, үҙе яңылыша башланы. 29 йәшлек ир маршрут автобусы водителе. Ноябрҙә эскән килеш рулгә ултырған Романды Затон биҫтәһендә туҡтаталар. Ә ғәмәлдә уның декабрҙән алып водитель таныҡлыҡһыҙ. Суд шулай хәл иткән.

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәнемде белмәй инем. Суд ҡарары миңә килмәне, әллә килеп етмәгәнме икән. Эшкә тиклем үҙемдең машинала ла йөрөйөм.

Роман Устюгов

Роман Устюгов пассажирҙарҙы ташыу компанияһында 2021 йылдың февраленән алып эшләй. Ойошма вәкилдәре водителдәрҙең документын даими тикшереп тороуҙары хаҡында хәбәр итһә лә, осраҡ буйынса аңлатма биреүҙән баш тартты.

Тикшереү ваҡытында автобус салонында пассажирҙар ултырған була. Осраҡ буйынса протокол төҙөлдө, автобус штраф туҡталҡаһына оҙатылды. Рәсәй Федерацияһының «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында»ғы кодексына ярашлы, вазифалы кешегә 20, ә юридик шәхескә 100 мең һум штраф янай. 

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, траспорт сараһы менән идара итеүселәр юҡ түгел. Яңы йылдың тәүге айында ғына тәртип боҙоусы 266 водитель туҡтатылған. Улар араһында такси водителдәре лә бар.

Пассажир ташыу өлкәһен тәртипкә килтереү иғтибар үҙәгендә. Был «Кио Рио» такси автомобиле Өфөнөң Ленин урамында туҡтатыла. 29 йәшлек ирҙең пассажирҙар ташыу өсөн лицензияһы булмай. Был осраҡта бер ниндәй аҡланыу ҙа яҡлау тапмаясаҡ.

Таксиҙы туҡтатҡан саҡта салонда бер пассажир ултырған була. Рөхсәтһеҙ эш иткән йүнселгә административ протокол төҙөлдө.

Әлфинә Килдейәрова