Уларҙың һәр ҡайһыһының эше донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә. Күптәренең ғилми хеҙмәттәре сит илдәрҙә лә билдәле. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕлена Михайлова биология фәне менән мәктәп партаһынан ҡыҙыҡһына. Шуға ла Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына ла ул осраҡлы ғына килмәгән. Йәш ғалим әле үк 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, уларҙың 24-е Юғары аттестация комиссияһы талаптарына яуап биргән журналдарҙа донъя күргән.
Был фәнни эш медицина өлкәһе өсөн мөһим. Дарыу үләндәрен, унан бигерәк юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлектәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Йә иһә йәшеллек донъяһына зыян килтермәйенсә дарыу препараттарын етештерергә мөмкинлек бирә. «Ҡыҙыл китапҡа» ингән, тик Ирәмәл битләүендә генә үҫкән алтын тамырҙы миҫалға килтереүҙә етә. Уның файҙаһы тураһында күптәр ишетеп түгел, дарыу булараҡ файҙаланып уҡ белә. Ғалимдар бөгөн уның тамырын яһалма үҫтереү юлдарын барлай.
Елена Михайлова тап ошо фәнни эше менән Рәсәй президенты стипендияһына дәғүә итә лә инде. Исемлектә, ғөмүмән, тағы ла 11 йәш ғалим. Барыһы ла үҙ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған. Фәнни проекттарҙың ҡайһы берҙәре менән бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе һәм төрлө өлкә фән докторҙары ла яҡындан танышты. Башҡортостан фәне үҫешенә тос өлөш индергән дүрт ғалим Парламенттың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бар саралар ҙа тап йәш ғалимдарҙың республикаға хеҙмәт итеүенә ҡайтып ҡала. Сөнки, Рәсәй президенты стипендияһына дәғүә итеүселәрҙең барыһы ла тиерлек сит илдәрҙә танылыу яулап өлгөргән. Ғилми хеҙмәттәр араһында яңы төр яғыулыҡ һәм дарыу препараттарын уйлап табыусылар ҙа бар.
Азат Ғәлиуллин