Пассажирҙарҙы Черниковка биҫтәһенән Аэропорт йүнәлешенә ташыясаҡ транспорт саралары баш ҡала юлдарын тәртипкә килтереүгә булышлыҡ итәсәк. Яңы автобустарҙы тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙе һынап ҡараны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөбәк етәксеһе республика транспорт сараларын яңыртыу Волга буйы федераль округында алдынғы урында булыуын билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфө юлдарына рейсҡа сығасаҡ яңы автобустар заман талаптарына яуап бирә. Зәңгәр яғыулыҡ менән эшләгән транспорт саралары оҙаҡ эксплуатацияға иҫәпләнгән. «Лотос» бренды аҫтында йыйылған автобус 92 урынлыҡ.
Яр Саллы ҡалаһында йыйылған автобустар Өфөнөң иң мөһиме һәм пассажирҙар өсөн кәрәкле маршруттары буйынса хәрәкәт итәсәк. Черниковка биҫтәһенән Аэропортҡа тиклем йөрөйәсәк автобустар маршруты Октябрь, Салауат Юлаев проспекттары һәм «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһе аша үтәсәк.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика транспорт сараларын яңыртыу буйынса Волга буйы федераль округы буйынса алдынғы урынды биләй тип билдәләне. Быға тиклем юлдарҙа 10 йыллыҡ автобустар хәрәкәт итһә, әле рейста башлыса 3-4 йыллыҡ транспорт саралары хәрәкәт итә. Был автобустар өсөн шәхси эшҡыуарҙар яуаплы.
Республикала транспорт тармағын камиллаштырыу маҡсатында күп яҡлы эш алып барыла. Йыл аҙағына тиклем «Башавтотранс» компанияһы тағы ла 77 берәмек техника менән тулыланыр тип көтөлә. Был пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифаты яңы кимәлгә күтәрелә тигән һүҙ.
Флорида Ким