Өфө урамдарында электробус йөрөй башланы

Ике ай дауамында ул 2-се һанлы троллейбус маршруты буйынса хәрәкәт итәсәк. Транспорт сараһының аккумуляторын зарядкаға ҡуйыу өсөн Коммунистик урамында махсус станция урынлаштырылған. Экологик яҡтан таҙа техника сменаһына тиҫтәгә яҡын рейс башҡарыр тип көтөлә. Ике ай дауамындағы тест-драйвтан һуң эксперт комиссияһы үҙ баһаһын бирәсәк. Электробус мөмкинлектәре менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оҙаҡ йылдар Өфөлә троллейбус водителе булып эшләгән  Мөнирә Ғәйетҡолова бөгөн тәүге тапҡыр яңы транспорт төрөнә ултырған. Уның әйтеүенсә, электробус менән идара итеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, шул уҡ руль, газ һәм туҡтатыу педалдәре. Әммә, троллейбустан айырмалы, хәҙер ҡаршылыҡтарҙы урап үтергә мөмкин. 

Өфөлә тәүге электробус барлыҡҡа килеүе тураһында былтыр «Урал транспорты» форумында Радий Хәбиров белдергәйне.  Экологик яҡтан транспорт әлеге һынау рәүешендә алынған. Барлыҡ сығымдарҙы иҫәпләп, халыҡ фекерен өйрәнгәндән һуң, электробустарҙы күпләп һатып алыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.

Яңы транспорт сараһы 2-се һанлы троллейбус маршрутын хеҙмәтләндерә. Уны зарядкаға ҡуйыу өсөн Коммунистик урамында махсус станция урынлаштырылған. Тулы зарядка алыу өсөн 24 минут ваҡыт кәрәк. Был электобусҡа 60 километрға етә.

Электробусты махсус рәүештә ҡыш көндәрендә һынап ҡарайбыҙ. Сөнки уның батареяһы һалҡын ваҡытта күпмегә етеүен белеү мөһим. Бөгөн транспорттың хаҡы яҡынса 37 миллион һум тора. Әлбиттә, ҡала бюджеты өсөн был бик күп. Шулай ҙа тиҙҙән ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ федераль программа ярҙамында уның хаҡын 11 миллион һумға тиклем төшөрөргә мөмкин буласаҡ.

Олег Хмарин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе

Әлегә электробус хеҙмәттәре менән файҙаланған пассажирҙар күп түгел. Шулай ҙа көндән-көн халыҡтың арта барыуы күҙәтелә. Быға салондың түбән иҙәнле булыуы ла, «Алға» картаһы менән юл хаҡының осһоҙораҡ тороуы ла ыңғай булышлыҡ итә.

Салонда йомшаҡ ултырғыстар, видеокүҙәтеү камералары, хатта телефонды зарядкаға ҡуйыу ҡоролмалары бар. Йылы һәм иркен автобус 100-гә яҡын пассажирға иҫәпләнгән. Электробус Өфө урамдары буйлап ике ай буйына йөрөйәсәк. Һуңынан эксперт комиссияһы үҙ баһаһын бирәсәк.

Илдар Байбулатов