Пандемия башланған көндән ауырыуҙы йоҡтороусылар һаны 150 меңде ашып китте. Стационарҙарҙа әле 300-гә яҡын пациент иҫәпләнә, уларҙың 33-сө ауыр хәлдә, бер кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Амбулатор шарттарҙа 18 мең самаһы кеше дауалана. Һуңғы тәүлектә коронавирустан йәнә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, ауырыу ҡорбандарының дөйөм иҫәбе 5 меңгә яҡынлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу буйынса саралар ҙа дауам итә. Бөгөнгә вакциналауҙы 2 миллион 250 мең самаһы кеше тулыһынса тамамлаған. Был прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 90 проценты.
Һуңғы тәүлектә 11 меңдән ашыу кеше вакцина эшләткән. Коронавирустан һаҡланыу юлын һайлаған үҫмерҙәр һаны ла артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 12-17 йәштәге 2 800-ҙән ашыу бала прививка эшләткән. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.