Республиканың айырым төбәктәрендә буран сығасаҡ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республиканың айырым төбәктәрендә буран сығыуы тураһында иҫкәртә. Көсәйгәндә елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яуым төшөмдөң артыуы фаразлана. Юлдарға көрт һалыуы мөмкин. Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе тиҙлек режимын арттырмаҫҡа,  айырыуса иғтибарлы булыр саҡыра. Әле республика район-ҡалаларында юлдар һәм йорт ихаталарын ҡарҙан ваҡытында таҙартыу өсөн күп көс һалына. БЮТ каналы хәбәрселәре Баймаҡ ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен күҙәтте.

Торлаҡ фондына идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре йәйен дә ҡышын да күп фатирлы йорт алдарын тәртиптә тоторға тарыша, әлеге ваҡытта улар биләмәне ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуға күп көс һала. Күп фатирлы йорттарҙа йәшщәүселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт.  

Идарасы итеү компания ҡаланың күп фатирлы 82 йортон хеҙмәтләндерә. Эш иртәнге сәғәт һигеҙҙә башлана.Тәү сиратта урам аралары ҡарҙан таҙартыла. Айырым көндәрҙә ҡаланы таҙартыуға бер МТЗ тракторы ярҙамында өлгөрһәләр, ҡар күп яуған осраҡтарҙа эшкә тағы ла 5 берәмек техника йәлеп ителә.

Урал аръяғы райондарында быйыл яуым-төшөм күп түгел. Бурандар февраль аҙағы март башында көтөлә. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте бындай көндәрҙә көсөргәнешле эш режимына күсергә тулыһынса әҙер.