Тәтешле районында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск ҡуйыла

Был тәҡдим менән Һәүәләй ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына сыҡҡан. Обелиск ауылдың үҙәк урамында мәҙәниәт йорто янында төҙөләсәк. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райондан сыҡҡан дүрт Советар Союзы геройының дүртәүһе ошо ауыл биләмәһенән. Ауылдаштарҙың маҡсаты - йәштәрҙе ата-бабалар миҫалында патриотик рухта тәрбиәләү.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Аҡбулат ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар урындағы башланғыстар программаһында өс тапҡыр еңеү яулаған. Халыҡ тырышлығы һәм дәүләт ярҙамы менән бер нисә ауылда мәктәптәр төҙөкләндерелгән, Иҫке Аҡбулатта монумент асылған, шулай уҡ биләмәгә мобиль янғын һүндереү комплексы алынған. 

Гөлдәриә Йосопова