92 йәшлек ветеран Пекинда үткән Олимпиада хөрмәтенә саңғыға баҫҡан

Учалы районы Ҡолош ауылында йәшәүсе 92 йшлек Зәйет Шакиров Пекинда үткән Олимпиада хөрмәтенә саңғыға баҫҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Милли кейем һәм төлкө бүрек кейгән аҡһаҡал бер нисә тиҫтә метр дистанцияны ауылдаштары алҡышлауы аҫтында еңел генә үтә. Уҙаманды видеоға төшөрөүсе операторға хатта унан ҡалмаҫ өсөн аҙымын тиҙләтергә тура килә.

Зәйет Шакиров ауылдың легендар шәхесе. Заманында ул малсылыҡ тармағында эшләгән. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, аҡһаҡал әле лә уҡтан атыу менән шөғөлләнә, көн һайын тәбиғәт ҡосағында саф һауала йөрөргә ярата, Ирәмәл тауына ла күп тапҡырҙар менгәне бар. 

Гөлдәриә Йосопова