Был турала Радий Хәбиров, «Автомиг» шәхси пассажир йөрөтөү компанияһы вәкилдәре менән осрашыу барышында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә автобус сәфәрҙәре заман талаптары буйынса камиллаша. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә яңы компания сыға. Бөгөн «Автомиг» предприятиеһының техника паркы менән Башҡортостан башлығы шәхсән танышты.
Башҡортостан башлығы автобустарҙы эске яҡтан да ҡарап сыҡты. Салондың уңайлығы тәү сиратта пассажирҙар өсөн мөһим. Автобустар «Лотос» тип атала. Сәфәр сығыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ул видеокүҙәтеү камералары менән дә йыһазландырылған.
Транспортта мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарҙы йөрөтөү үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алынған. Быға тиклем Өфө урамдарын ҡыҙҙырған ПАЗик һәм ГАЗелдәрҙән айырмалы рәүештә, автобустар йылы, салонға ҡеүәтле ике йылытҡыс ҡуйылған. Бында шулай уҡ мобиль гаджеттарға көс йыйҙырыу өсөн ЮЭСБИ порталдар ҙа бар.
«Автомиг» – шәхси пассажир йөрөтөү компанияһы. Предприятие илдең бер нисә төбәгендә уңышлы эшләп килә. Ойошма республикала теркәү үткән, хәҙер ул Башҡортостандың пассажирҙар йөрөтөү баҙарына сыға. Һуңғы йылдарҙа республикала йылдам рәүештә транспорт реформаһы алып барыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, дәүләт намыҫлы эшләгән шәхси бизнес вәкилдәренә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Пассажир йөрөтөүселәр менән эҙмә-эҙлекле алып барылған эш һөҙөмтәләрен бирә. Өфө автопаркы тиҙҙән тулыһынса яңыртыла. Артабан был эште тотош республика күләменә сығарыу бурысы ҡуйылған.
Транспорт реформаһы ҙур һәм комплекслы эш. Шуға ла республика автобус бәйләнешен үҫтереү менән генә сикләнмәй. Рәсәй тимер юлдары менән хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға. Муниципаль берәмектәрҙе тоташтырған электричкалар ҙа артасаҡ. Башҡортостан халҡы теләгән урынына уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа барып етергә тейеш.
Рафиҡ Әхмәтшин