Өфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылын асыу тантанаһы үтте

Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолдо. 2022 йыл ниндәй мәҙәни сараларға бай булыр? Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуңғы ике йыл Башҡорт теле һәм Башҡорт тарихы йылы исеме аҫтында үткәйне. Әле Башҡортостан дәүләт концерт залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тантаналы рәүештә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылын асты. Әйткәндәй, ил кимәлендә лә ағымдағы йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип билдәләнгәйне.

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ. Тап ошо девиз аҫтында республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылына старт бирелде. Йыл сиктәрендә үтәсәк сараларҙың төп үҙенсәлеге – ул быуаттар төпкөлөнән килгән мәҙәни мираҫты танытыу, ижади йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыу.

Булат Йосопов етәкселегендәге мәҙәниәт буйынса комиссия үҙенсәлекле оҫталар, профессиональ коллективтар һәм эксперттарҙы туплау, мәҙәниәтте һаҡлау темаһы тирәләй эшләйәсәк. Бының өсөн төрлө программалар төҙөлгән.

Хореография, әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәт, кинематография, театр булһынмы һәр өлкәләрҙә лә сағыу саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар үткәреү күҙаллана. Радио һәм телевидениела яҙыусылар һәм драматургтар ҡатнашлығында тапшырыуҙар циклы әҙерләү маҡсаты ҡуйылған. Билдәләнгән эш планы 900-гә яҡын пункттан тора. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә һәм райондарға ебәреү өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләнгән.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылын презентациялауҙан һуң, Башҡортостан дәүләт концерт залы сәхнәһендә Заһир Исмәғилев ижад иткән әҫәрҙәр яңғыраны. Концерт күренекле башҡорт композиторының тыуына 105 йыл тулыуға бағышланды.

Сарала мәҙәниәт өлкәһен борсоған мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде, маҡсаттар ҡуйылды. Мәҙәни проекттар республикала ғына түгел, унан ситтә лә ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова