Бәхетһеҙ осраҡты булдырмау маҡсатында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары менән берлектә сираттағы рейдҡа сыҡты. Был юлы инспекторҙар мәғариф учреждениелары биләмәһендә эшләне. Артабан БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаш ҡала үҙәге. Иртәнге сәғәттәрҙән Ғафури урамында йәнлелек күҙәтелә. Машиналарҙан бигерәк, йәйәүлеләр күп. Улар араһында балалар ҙа юҡ түгел. Уҡыусылар мәктәптәргә ашыға. Шулай ҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә иҫтән сығарырға ярамай.
Һуңғыһы бигерәк тә мөһим. Балалар түгел, өлкәндәр араһында ла телефонға әүрәп күңелһеҙ осраҡҡа тарыусылар юҡ түгел. Бөгөн етенсе синыф уҡыусылары үҙҙәре үк инспектор ролендә һынап ҡараны. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатмаһы һәм яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар тапшырҙы.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре профилактик сара сиктәрендә балаларҙы ҡайыштарға беркетелеүен, йә махсус автокреслоларҙың булыуына иғтибар итте. Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәргә 3 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Рөхсәт ителмәгән урындан юлды үтеүселәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттыла. Бөгөнгө рейд Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре менән берлектә үтте.
Артабан профилактик сара мәғариф учреждениеһында дауам итте. Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында ул уйын форматында ойошторолдо. 8-се класс уҡыусылары өс командаға бүленеп юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Уның барышын белгестәр үҙҙәре күҙәтте.
Балалар ҡатнашлығындағы күңелһеҙ статистика ла ошо хаҡта һөйләй.
Азат Ғәлиуллин