Өфөлә пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән эре шәхси компанияларҙың береһе утыҙ автобус һатып алып, уларҙы ҡала эсендәге маршруттарға ҡуйҙы. Яңы автотранспорт мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып республика етәксеһе Радий Хәбиров баһаланы. Транспорт реформаһы барышында үҫеш юлын һайлаған ойошма эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ киләһе репортаж.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕтеҙ аҙымдар менән яңы автобустарға табан. Пассажирҙар ташыусы шәхси компания етәксеһе Фәнис Батыров Радий Хәбировты «Форд транзит» салонына саҡырып, йәмәғәт транспорты мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Автобус 17 урынлыҡ, 25 кешене ташый ала. Маршрут компьютеры, Глонасс системаһы менән тәьмин ителгән, автоном рәүештә йылытыла. Тышҡы биҙәлеше менән дә иғтибарҙы йәлеп итә.
Утыҙ автобустың береһенә Фәрит Фәтихов ултырасаҡ. Егерме йылға яҡын стажы булған водитель яңы транспортта рейсҡа сығыуға оло ҡыуанысын белдерҙе.
2001 йылда баш ҡалала ойошторолған транспорт компанияһы ҡарамағында ун өс даими маршрут. Автопарктың яңыртыла башлауы пазиктарҙан тулыһынса баш тартыу һөҙөмтәһе. Шәхси эшҡыуар республикала иғлан ителгән транспорт реформаһын ҡабул итеп, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшырта башланы. Өфө ҡала хакимиәте, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы менән берлектә төҙөлгән юл картаһын тормошҡа ашырыу эше дауам итәсәк.
Транспорт реформаһы башланғандан бирле компания 150 берәмек автобус һатып алған, улар араһында урта һәм ҙур кластағы «Маз»дар ҙа бар. Водителдәр ҙә техниканың һынатмауын билдәләй.
Бөгөн компанияла ярты меңгә яҡын кеше эшләй, барыһы ла штатҡа алынған. Водителдәрҙең сәләмәтлегенә айырыуса иғтибар бүленә. Улар рейсҡа тиклем һәм рейстан һуң мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә тейеш. Фельдшерҙар таңғы биштән алып сафта.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, рейсҡа сығыуға рөхсәттең ниндәй параметрҙар буйынса бирелеүе менән ҡыҙыҡһынды. Әйткәндәй, компания ҡарамағында автотранспортты ремонтлау һәм йыуыу үҙәге эшләй. Шулай уҡ водителдәр өсөн уҡытыу-күнекмә кабинеты ойошторолған, бында улар квалификацияһын күтәрә ала.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, күләмле реформа башланғансы төбәктә транспорт инфраструктураһы, автобустар паркы үтә лә ташландыҡ хәлдә ине. Һуңғы өс йылда киҫкен хәлдә етди үҙгәрештәр күҙәтелә башланы. Хәҙер Башҡортостан йәмәғәт транспортының яңыртылыу кимәле буйынса Волга буйы федераль округында иң алдынғы урында. Автобустарҙың уртаса йәше ни бары өс-дүрт йыл.
Гөлназ Хәйбуллина