Пандемия башланған көндән дөйөм күрһәткес 155 меңгә ыңғайлай. Стационарҙарҙа әле 322 пациент дауалана, уларҙың 31-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларына тоташтырылыусылар юҡ. Һуңғы тәүлектә шулай уҡ 3 меңгә яҡын кеше һауыҡҡан, мәкерле сирҙән 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дөйөм үлем күрһәткесе әкренләп 5 меңгә яҡынлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт2 миллион 255 меңдән ашыу кеше вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 90 проценты. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусыларҙың исемлеге яҡынса 11 меңгә тулыланған. Башҡортостанға барлығы 3 миллион доза самаһы коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән.