Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Сибай медицина колледжы студенттары Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына практикаға ҡайтты.Улар менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТемәс ауылынан игеҙәктәр Гөлйемеш менән Гөлйөҙөм Фәттәховалар Башҡорт дәүләт медицина университетының терапия бүлегенең бишенсе курсында белем ала. Ҡыҙҙар медицина тармағы өсөн яуаплы һәм көсөргәнешле осорҙа табиптарға ярҙам итә алыуына шат.
Пациенттарҙы дауалау менән бергә студенттар эш тәжрибәһе лә туплай. Әлеге мәлдә коронавирус инфекцияһының балалар араһында күпләп таралыуы уларға яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡыҙҙар дауалау барышын етди күҙәтеп, йоғошло сирҙе дөрөҫ танырға өйрәнә.
Медицина учреждениеһында барлығы 10 студент практика үтә. Буласаҡ табиптарға ай дауамында һөнәр нескәлектәренә өйрәнеу, белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлеге бирелгән. Киләсәктә район йәш белгестәрҙе көтөп ҡала.
Раушания Рәхимова