Бина барлыҡ санитар талаптарға тура килә, заманса медицина ҡорамалдары, мебель менән йыһазландырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар кабинеттары бар. Утыҙ йылға яҡын һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән фельдшер Гөлшат Яҙыҡбаева билдәләүенсә, яңы фаптың сафҡа индерелеүе – көтөп алынған ваҡиға. Сөнки быға тиклем уңайһыҙ шарттарҙа эшләргә тура килгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәйбулла районында беренсел медицина ярҙамын нығытыуға иғтибар юғары. Быйыл ошондай уҡ заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын Аҡназар, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Мәмбәт ауылдарында ла төҙөү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина