Өсләтә ҡиммәткә автомобиль. Өфөлә йәшәүсе пенсионер намыҫһыҙ автосалон хеҙмәтенә юлыға. Зыян күреүсе машинаның өс тапҡырға ҡиммәткә төшөүен килешеүҙәргә ҡул ҡуйғас ғына асыҡлай. Кредит ҡапҡанына эләккән алданыусы менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨр-яңы «Рено Каптюр» хәҙер ихатаны «биҙәп» ултыра, уның руле артына ултырырға кәйеф юҡ, тип асыулана Сәғит Муллағәлиев. Ғинуар аҙағында ул элекке машинаһын алмаштырырға тип Өфөнөң Чесноковка ауылындағы автосалонға мөрәжәғәт итә. Салон хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙе шылтыратып, төрлө акциялар, машинаны арзан хаҡҡа алыу мөмкинлеге менән йәлеп итә.
Элекке машинаны һатып, яңы кроссовер руле артына ултырырға тип план ҡорған пенсионер хәҙер 7 йыл дауамында ай һайын 42 мең һум аҡса түләргә бурыслы. Салонда машинаның хаҡы 1 миллион 280 мең һум. Ләкин килешеүҙә 2 миллион һум, КАСКО, смс- белдереүҙәр кеүек өҫтәмә хеҙмәттәр өсөн 73 мең һум сумма өҫтәлгән. Процент ставкаһы менән бергә Сәғит Муллағәлиев банкка йәмғеһе 3 миллион 457 мең һум түләргә бурыслы.
Килешеү төҙөгәндә «Батыр авто» салоны хеҙмәткәрҙәре ике айҙан һуң рефинанслау вәғәҙә итте, ти зыян күреүсе. Ләкин юрист белдереүенсә, икенсе банкҡа мөрәжәғәт итеп ставканы кәметкән осраҡта ла, кредит суммаһы үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Төрлө вәғәҙәләр бер нимә менән дә иҫбатланмай.
Килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған, шуға күрә киреһен иҫбатлау ауыр буласаҡ, тип өҫтәй зыян күреүселәр менән эшләгән юрист. Документтарҙа түләйәсәк сумма ла, уларҙы түләү графигы ла күрһәтелгән.
Намыҫһыҙ магазин менеджерҙары хаҡы күпкә түбән машинаны ла юғары хаҡҡа һатып ебәреүҙән тартынмай. Шуға күрә, автомобиль алырҙан алда баҙар хаҡын һәм салондар рейтингын ентекле өйрәнергә кәңәш ителә.
Әлфинә Килдейәрова