Уҡыусылар энергетика тармағын һайлай

Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы менән Электр селтәрҙәре компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу ҙа уҡыу программаһына индерелә. Тулыраҡ киләһе материалда.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Буласаҡ стюардесса һәм ветеринар әлегә бер парта артында белем ала. Әммә улар хәҙерҙән үк киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясаҡтары хаҡында ҡарар ҡабул иткән.

Бәлки ҡыҙҙарға үҙ пландарын бер-нисә тапҡыр үҙгәртергә тура килер, гимназияла башҡорт теле тәрәнәйтеп өйрәтелгәс, кемдер филология өлкәһен , теүәл фәндәргә тартылыусылар техник йүнәлеште һайлар.

Мәктәп Электр селтәрҙәре компанияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Буласаҡ энергетиктарға нисек итеп белем биреү буйынса уҡыу планы әлегә хәл итеү процесында. Варианттарҙың береһе- өлкән синыфтар өсөн предприятие менән таныштырыу һәм дәрестән тыш  Электр селтәрҙәре компанияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә күнекмәләр үткәреү .

Беҙҙең ойошмаға йәш белгестәр әҙерләү мөһим, был яуалы эште урта һәм юғары мәктәп стеналарынан уҡ тормошҡа ашырырға әҙербеҙ.

Андрей Зензин, «Аст» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электр селтәрҙәре ойошмаһы күҙәтеү советы рәйесе

Нисек кенә булмаһын, һөнәр һайлау уҡыусының теләгенән тора. Өлкәндәр уларҙы ҡанатландырып, ярҙам итергә тейеш. Уҡыусыларға иһә, тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн белемдең иң тәрәнен һәм яҡтылыҡ өләшә торғанын һайлау зарур.

Гүзәл Борханова