Республикала Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә. Видеоконкурс, асыҡ дәрес, ғилми-ғәмәли конференцияларҙан тыш, шиғриәт кисәләре лә үтә. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Февраль. Буран» спектакле сәхнәләштерелде. Премьера теүәл 10 йыл элек ҡуйылғаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арнап сәхнәләштерелгән спектаклгә бөгөн 10 йыл. Тап Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөндә донъя күргән әҫәрҙе кем генә һәм ҡайҙан ғына килеп ҡарамаған.
Гастролдәр мәлендә лә спектакль тулы зал йыя. Бөгөн дә ул тамашасының яратып көтөп алған сәхнә әҫәре. Уны икенсе төрлө «шағир донъяһына сәйәхәт» тип тә атарға мөмкин. Сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева әҫәрҙе Рәми Ғариповтың көндәлегенә һәм тарихи документтарға таянып яҙа.
Рәми Ғариповтың ҡатмарлы яҙмышы, һоҡланғыс ижады, һүнмәҫ рухы хаҡында был спектакль. Шиғриәтендә лә башлыса ил тойғоһо, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары, туған телгә һөйөү, тарихҡа ихтирамлыҡ сағылыш тапҡан. Шуға ла бөгөн дә, киләсәк заман өсөн дә көнүҙәк. Бөгөн шиғырҙары цитатаға алынып, яңы йырҙар ижад ителеүе лә ошо хаҡта һөйләй.
Әйткәндәй, быйыл Рәми Ғарипов рухын мәңгеләштергән тағы бер ҙур яңылыҡ көтөлә. Халыҡ шағирының көндәлектәренә таянып төшөрөлгән фильм, ниһайәт, тамашасы иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Картина өҫтөндә эш ике-өс йыл самаһы дауам итеп, бөгөн тамамланыу өҫтөндә. Премьера сентябргә билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин