Ул 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килә, һуңынан Өфөлә, хәҙер үҙенең исемен йөрөткән мәктәптә уҡый. Шағир, тәржемәсе, телде һаҡлау өсөн көрәшсе булараҡ таныла, күп шиғырҙары үҙе иҫән саҡта баҫылмайынса ҡала. 1977 йылда, февралдең 20-һендә вафат була. 1988 йылда, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.
Бөгөн Мосолман зыяратында шағирҙың ҡәберенә сәскә һалына. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһында күргәҙмә асыу һәм яҙыусылар менән осрашыу ҡаралған.
Стәрлетамаҡ филармонияһы “Бөйөклөк бар кескәй халҡымда” тип аталған концерт программаһын тәҡдим итә. “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солистары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙарына яҙылған музыкаль әҫәрҙәр, шиғирҙар, ҡурай моңдары яңғырай.
Бөйөк һүҙ оҫтаһына бағышланған саралар уның тыуған яғы, Салауат районында ла уҙа.