Иҫтәлекле саралар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия интернатында башланып китте. Үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып, исемен шиғриәттә мәңгелеккә ҡалдырҙған шәхес тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКүптәрҙең күңеленә ут һалған шағир. Бөгөн Рәми Ғариповҡа 90 йәш тулыр ине. Был уңайҙан уның исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия интернаты биләмәһендә иртәнән алып Рәми Йәғәфәр улы ижад иткән шиғырҙар яңғырай.
«Шоморт күҙле февраль малайы»н хәтергә алырға тип шағирҙың балалары, мәртәбәле ҡунаҡтар, гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаусылар, уҡытыусы һәм уҡыусылар йыйылды. Сағыу, мәғәнәле шиғри юлдары өсөн күптәр Рәми Ғариповты башҡорт лирикаһын булдырыусы тип тә йөрөтә. Балалары өсөн иһә ул атай ғына түгел, тормош фәлсәфәһен асыусы, бай ижади мираҫ ҡалдырыусы ла.
«Был донъяға ғашиҡ шағир» донъянан иртә китһә лә, уның ижады халыҡ күңелендә әле булһа ла һүнмәй. Инде 45 йыл Рәми Ғариповтың ҡәберенән кеше өҙөлмәй. Был юлы ла «Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың» төбөнә сәскәләр һалынды.
Февраль буранына ышанмаҫҡа кәңәш иткән шағирҙы Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ла хәтергә алдылар. «Һөйләшһәләр әгәр тыуған телдә, телгә алыр улар мине лә...» әҙәби кисәһе шағирҙың ҡәләмдәштәрен, йырсы, ҡурайсы һәм актерҙарҙы йыйҙы.
Сарала яҡын арала донъя күрәсәк «Шағир көндәлектәре» фильмының тизеры тәҡдим ителде. Февраль аҙағына тиклем Милли музейҙы Халыҡ шағиры, тәржемәсе, журналист иҫтәлегенә асылған күргәҙмә биҙәйәсәк. Экспонаттарҙың күбеһе йәмәғәтселеккә тәүге тапҡыр тәҡдим ителә.
Саралар шәлкеме бының менән генә тамамланмай. Шағир һүҙе - уның аманаты булып тиҫтәләгән йылдар буйына һаҡланыр һәм киләсәк быуын уға тоғро булыр тигән өмөт бар.
Беҙҙең тетеканал республика халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһы әҙерләне. Унда төбәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡыны. Был – халыҡтар дуҫлығы, донъялағы барлыҡ телдәргә, мәҙәниәттәргә хөрмәт билдәһе. «Туған тел»дең рус, белорус, украин, саха телдәренә тәржемәһе бар. Быйыл исемлек тулыландырылған – хәҙер ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙә яңғырай.
Әлфинә Килдейәрова