Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны тағы артты

Республикала бер тәүлек эсендә 3 мең 789 кеше коронавирус йоҡторған, 16 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, Башҡортостанда 4 мең 946 кеше инфекция ҡорбаны булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, әле дауаханала 322 пациент ята, уларҙың егерменән ашыуы ауыр хәлдә. Өй шарттарында 23 мең ярымға яҡын кеше дауалана. Башҡортостанда халыҡты вакциналау дауам итә. Уҙған ял көндәрендә прививкалау  пункттарына ни бары мең ярым самаһы кеше мөрәжәғәт иткән. Вакциналауҙы 2 миллион 265 мең тирәһе кеше тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн привика ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 91 проценты.