Был турала Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова белдерҙе. Биләмә "Генераль таҙартыу" проекты буйынса өҫтөнлөклөләр рәтенә ингән. 30 йыл самаһы элек химия заводында авария була. Ҡалала эсәр һыуға фенол тарала. Предприятие банкрот тип таныла, уның биләмәһендә йөҙәрләгән мең тонна хәүефле ҡалдыҡтар һаҡлана.