Өфө мэры Сергей Греков яңы эшкә күсә

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков вазифаһын ҡалдыра. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уға яңы эш тәҡдим итеүе тураһында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сергей Греков 2020 йылдың декабренән баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы булды. Былтыр 15 ғинуарҙа ул ҡала мэры итеп һайланды. Бөгөн 17 сәғәттә Өфө ҡала советы ултырышы була. Унда Ратмир Мәмлиевты Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләү мәсьәләһе ҡарала.