Ратмир Мәүлиев Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды

Был ҡарар ҡала советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар Сергей Грековтың ваҡытынан алды вәкәләтен туҡтатыуға ла тауыш бирҙе, элекке мэр хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп үрләтелә. Ул Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллеген етәкләп, республикаға инвестициялар йәлеп итеү йүнәлешендә эшләйәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ултырышта Радий Хәбиров та ҡатнашты, төбәк башлығы Сергей Грековҡа яңы вазифала уңыштар теләп, Башҡортостандың Почет грамотаһын тапшырҙы. Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе ҡала хакимиәтенең яңы идара итеү командаһы алдында Өфөнөң 450 йыллығын ҡаршылау буйынса юғары бурыстар ҡуйылыуын да билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Нефтекама депутаттары Советтың сираттағы ултырышында ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың үҙ теләге менән отставкаға сығыуын ҡабул иткәйне. Был вазифала ул 2019 йылдың мартынан алып эшләне. Ҡала советы рәйесе Радус Әхмәтшин билдәләүенсә, Ратмир Мәүлиевтан ваҡытынан алда вәкәләттәрҙе туҡтатыу тураһында ғариза 11 февралдә ҡабул ителгән.

Депутаттар был ҡарарҙы бер тауыштан хупланы. Ратмир Рәфил улы Нефтекаманың тыуған ҡалаһы булыуын билдәләп, киләсәктә лә уның социаль-иҡтисади үҫешендә ярҙам итәсәген белдерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина