2020 йылда халыҡтың ситкә китеүе туҡтаған һәм үткән йыл республикаға килеүселәр һаны күсеп китеүселәргә ҡарағанда арта башлаған. Белгестәр быны республикалағы социаль-иҡтисади хәлдең тотороҡланыуы һәм йәшәү кимәленең яҡшыра барыуы менән аңлата. Башҡортостан башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә миграция мәсьәләләре ентекле өйрәнелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан миграция өлкәһендә өс рекорд урынлаштырҙы. Һуңғы һигеҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр халыҡтың артыуы теркәлде. 2000 йылдан алып төбәк-ара миграция ла яҡшы яҡҡа үҙгәргән һәм һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр мәғариф өлкәһе миграцияһы ла ыңғай күрһәткестәр бирә.
Һөҙөмтәлә былтыр Башҡортостан халҡы 7 963 кешегә артҡан. Быны белгестәр республика етәкселегенең төплө социаль-иҡтисади сәйәсәт алып барыуы менән аңлата. Сиктәрҙең, шул иҫәптән иҡтисади даирәләрҙең яйлап асыла барыуы ла ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә.
Радий Хәбировтың яңы производство, эш урындары булдырыу мәсьәләһенә шәхси иғтибары ла халыҡтың ситкә китеү тенденцияһын ҡырҡа үҙгәртеү мөмкинлеге биргән.
Бигерәк тә мәғариф өлкәһендәге миграция күрһәткестәре яҡшырыуы ҡыуаныслы, тине Радий Хәбиров. Был күренеш инде киләсәккә йүнәлтелгән сәйәсәт.
Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанға йәшәргә килеүсе халыҡ артыуы мөһим күрһәткес. Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға миграцияны тағы ла арттырыу юлдарын эҙләргә, йәғни йәшәү кимәлен яҡшыртыу бурысы ҡуйҙы.
Айнур Кәбиров