Дүрт ҡатлы белем усағы төҙөлөшө «Мәғариф» милли проекты һәм республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә алып барылды. Объектты күтәреүгә ярты миллиард һум аҡса бүленгәйне.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘлегә биләмәлә төҙөлөш эштәре тамамланған, уҡытыу эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия алырға ҡалған, педагогик коллектив туплана. Кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр класта интерактив таҡта, проектор бар. Парта һәм ултырғыстарҙың бейеклеген көйләп була. Биш йөҙ урынлыҡ тамаша залы ойошторолған. Шулай уҡ мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Нефтекаманың яңы микрорайонында төҙөлгән белем усағы яҡын тирәләге мәктәптәрҙе бушатып, ике смена уҡытыуҙан баш тартыу мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ ул ҡала буйынса иң ҙур мәғариф учреждениеһы буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина