Ул белем усаҡтарында теш табибы кабинеттарын булдырыуға йүнәлтелгән. Өфөнөң 121-се гимназияһы ла 2020 йылдан алып был проектҡа ҡушыла. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәҙер теш табибына күренер өсөн поликлиникаға йөрөйһө түгел, стоматология кабинеты мәктәптә лә бар. Ике йыл элек Өфөнөң 121-се гимназияһында теш табибы бүлмәһе булдырыла. Ул «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленә ярашлы асылған. Балаларҙың сәләмәтлеген күҙәтеү ай һайын ойошторола, кәрәк булған осраҡта дауалау саралары үткәрелә.
2020 йылда мәктәптә капиталь ремонт үтә. Уның менән бер рәттә стоматология бүлмәһе лә төҙөкләндерелә. Бының өсөн проект буйынса 280 мең һәм йыһазландырыу өсөн өҫтәмә рәүештә 580 мең һум аҡса йүнәлтелә. Стоматология кабинеты асылғандан алып Гүзәл Үтәшева йәш пациенттарҙы көн һайын ҡабул итә.
Быйылғы уҡыу йылынан алып стоматология кабинетында мәктәп уҡытыусылары ла график буйынса ҡабул ителә башлаған. Уларҙы поликлиниканан теркәлгән табип күҙәтә, артабан дауалау үтеү өсөн йүнәлеш яҙып бирә. Шулай уҡ “Сәләмәт йылмайыу” проекты буйынса гигиена талаптарына бағышланған дәрестән тыш саралар ҙа үтә.
“Ҡанатлан” проекты республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса старт алғайны. Әле Башҡортостан мәктәптәрендә 202, шул иҫәптән «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса төҙөкләндерелгән 68 стоматология бүлмәһе эшләй. Быйыл тағы 12 махсус кабинет асыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова