Баймаҡ районында төйөрлө дерматит буйынса карантин бөтөрөлдө

Сикләү Урғаҙа ауылында хәүефле сир сығанағы асыҡланыу сәбәпле индерелгәйне. Ветеринарҙар ай ярым дауамында малдарҙы етди күҙәтеүҙә тотто. Төйөрлө дерматит таралыуын иҫкәртеү өсөн етди  саралар күрелде. Районда хәүефле сир сығанағы 2021 йылдың 28 декабрендә асыҡланғайны.