Ул такси автомобилдәре ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатынан ойошторола. Быйыл “Ларгус” водителдәренә бәйле 16 авария булған. Унда 5 кеше үлгән, 25-е – йәрәхәтләнгән. Дүртөйлө районында юл-транспорт ваҡиғаһында “Лада Гранта” һәм “Лада Ларгус” автомобилдәре бәрелешеп өс кешенең ғүмере өҙөлә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре рөхсәтһеҙ пассажир ташыған таксиҙарҙы асыҡлау маҡсатында даими рейдтар уҙғара.