Шулай ҙа дөйөм майҙандарҙың 94 мең гектарҙан ашыуы насар хәлдә булыуы асыҡланған. Был турала ауыл хужалығы үҙәге белгестәренең тикшереү һөҙөмтәләре күрһәткән. Бындай анализдар бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрелә. Дәүләкән районындағы эш барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСуйынсы ауылы эргәһендәге был баҫыуҙа 100 гектар ужым культураһы сәселгән. Йыл һайын «Ғабдрахманов» крәҫтиән-фермер хужалығы арыш менән бойҙайға ҙур иғтибар бүлә. Белгестәр әйтеүенсә, ҡоро миҙгелдә лә был культураларҙан сағыштымаса яҡшы уңыш алырға мөмкин. Шытымдарҙың нисек ҡышлауын асыҡлау маҡсатында бөгөн төбәккә урындағы ауыл хужалығы үҙәге белгестәре килгән. Улар ерҙе ҡырҡып үҙҙәренә тейешле өлгөләр ала.
Баҫыуҙарҙан монолит алыу ҡышҡы миҙгелдә ай һайын башҡарыла. Уның барышында шытымдың ҡуйылығы, сирҙәрҙең таралыуы һәм кимереүселәр килтергән зыян билдәләнә. Һәләк булған майҙандарҙың күләмен асыҡлау буйынса ла бындай эштәрҙең әһәмиәте ҙур, ти белгестәр.
Быйылғы ҡыш үҙенең ҡарлы булыуы менән һөйөндөрә. Мәҫәлән, был баҫыуҙа уның ҡалынлығы 55 сантиметра етә. Шуға ла белгестәр бындай урындарҙа ужым культураларына ҡурҡыныс янамай тигән фекерҙә.
Баҫыуҙарҙан алынған монолиттар артабан лабораторияға килтерелә. Ужым культуралары тәүҙә ике аҙнаға тиклем үҫтерелә, һуңынан анализ үткәрелә. Ентекле тикшереүҙәрҙән һуң агротехник саралдар ярҙамында уларҙың торошон яҡшыртырға һәм көҙгөһөн мул уңыш алырға мөмкин.
Дөйөм алғанда, быйылғы уңыш өсөн Дәүләкән районы хужалыҡтары 18 мең гектарға яҡын ужым культураһы сәскән. Тәүге өс анализ һөҙөмтәләре уларҙың яҡшы ҡышлауын күрһәткән. Шулай ҙа ҡайһы бер баҫыуҙарҙы яңынан сәсергә тура киләсәк. Был бигерәк тә ужым арышына ҡағыла.
Илдар Байбулатов