Өфөлә Афған һәм Чечен һуғышы хәрбиҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та ҡәнәфер сәскәләренә күмелде

Баш ҡаланың көньяҡ зыяратында Афған һәм Чечен һуғышы хәрбиҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та ҡәнәфер сәскәләренә күмелде. Ленин районы хакимиәте ойошторған хәтер сараһында республиканың төрлө район-ҡалаларынан локаль бәрелештәр ветерандары ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Улар бер минут тынлыҡ менән һуғыш ҡорбандарын иҫкә алды, Ватан алдындағы бурысты үтәгән осорҙағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сара аҙағында осрашыуға килгән яугир-интернационалистар һәйкәл янынан тигеҙ марш менән үтте.

Гөлназ Хәйбуллина