Сығарылыш уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау мөмкинлектәре киңәйә

Быға республиканың Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, кеше һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлау департаменты араһында төҙөлгән өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә ирешергә мөмкин булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дипломатик сара сиктәрендә республика тәүгеләрҙән тулып «Һөнәр һайлау өсөн мөмкинлектәр төбәк картаһы» проектына тоташты. Артабан «Профсторис» федераль онлайн платформаһында Башҡортостан локацияһы барлыҡҡа киләсәк. Республиканың буласаҡ студенттары һөнәрҙәр, уларҙың үҙенсәлектәре, эш биреүселәр менән таныша ала.

Килешеү төҙөүсе яҡтар төбәктә хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжға ярашлы һөнәр һайлаусы йәштәр артыуын маҡсат итеп ҡуя. Республикала уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлешен көйләү маҡсатында булдырылған «Киләсәк командаһы» порталы уңышлы эшләп килә лә инде. Былтыр бында 19 меңдән ашыу уҡыусы һөнәр һайлау буйынса тест үткән.

Рәзилә Ғиниәтуллина